0%

Мин – ҡатын-ҡыҙ. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Мин – ҡатын-ҡыҙ. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2010.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Бесән сабам.
               Ергә ныҡлы баҫып,
Ҡолас ташлап, һелтәп салғымды.
Рәхәтләнеп бесән сапҡан саҡта
Онотамын бөтә ҡайғымды.

Мин – ҡатын-ҡыҙ.
               Бәлки, килешмәйҙер,
Ирҙәр менән йәнәш ярышыу.
Тормош һынауҙарын инҡар итеп,
Буран-елдәренә ҡарышыу.

Нәзәкәтле, наҙлы ҡатын-ҡыҙға
Кемдәр генә шиғыр яҙмаған?
“Ҡатын-ҡыҙҙың көсө – көсһөҙлөктә”,-
Кемдер хатта уйлап сығарған.

Көсһөҙ, нескә, яҡлау-наҙға мохтаж
Минең дә бит килә булаһым,
Мөхәббәт һәм бәхет гөлдәренә
Күбәләктәй осоп ҡунаһым.

Мин – ҡатын-ҡыҙ.
               Наҙлы, хисле булыу
Ҡатын-ҡыҙға бигерәк килешә.
…Мин яратам йөктө һөйрәшергә
Ирем менән бергә, йәнәшә.

Ер ҡаҙырға, утын әҙерләргә,
Өй төҙөргә, бесән сабырға.
Иңгә-иң терәшеп йәнәш булһаң,
Донъя йөгөн еңел тартырға.

Кәрәк булһа – наҙлы, хисле булам,
Кәрәк булһа – көслө, ныҡлы мин.
Ирем менән дәрәжәм бер икән-
Хөрмәткә һәм наҙға хаҡлы мин.